Дистанционные образовательные технологии в обучении башкирского языка

Разделы: Урок с использованием электронного учебника

Класс: 6

Ключевые слова: дистанционные технологии


Сегодня для каждого педагога всё более остро встаёт вопрос об организации собственной площадки для проведения дистанционного образования учащихся. Платформы для создания собственной обучающей площадки можно разделить на три группы: на базе социальной сети, образовательной платформы и независимого хостинга. Независимый хостинг, является более привлекательной для учащихся, но работа над персональным сайтом требует от учителя наличие определенных навыков сайтостроения.

В учительском сообществе начали говорит о маркетинге в школьном образовании, т.е мы должны захватить ментальную недвижимость ребенка, отвоевать у попкультуры. Есть методологии, но мало инструментарий. Система дистанционного обучения, в частности интернет-сайты учителя и веб-сервис видеотелефонии ZOOM, может это сделать, так как позволяет создать уроки, интересные детям проводимые в привычной для учеников среде, включающие интерактивные задания. Отсюда повышается мотивация учащихся к обучению, растет их творческий и интеллектуальный потенциал за счет самоорганизации и умения взаимодействовать с компьютерной техникой.

Дәрескә технологик карта

Вазифаһы: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Предмет: башҡорт теле.

Класс: 6.

Дәрес тибы: яңы материал өйрәнеү.

Дәрес формаһы: дистанцион дәрес http://aimustafina.ucoz.ru/ сайтында һәм веб-сервис ZOOM урынлаштырылған дәрес материалдарын ҡулланыу.

Дәрестең темаһы: Һан тураһында төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һандар.

Маҡсат: һан тураһында төшөнсә биреү, ябай һәм ҡушма һандарҙы айыра белеү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеү,уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен арттырыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, тыуған тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Уҡытыу онлайн-платформаһы: Уҡытыусының шәхси-сайты. Сайттың адресы: http://aimustafina.ucoz.ru

I. Ойоштороу мәле

Уҡыусылар ЗУМ плотформаһына һәм уҡытыусының шәхси сайтына инеп бер-береһен сәләмләйҙәр. Сайт: http://aimustafina.ucoz.ru и вебсервис ZOOM.

Уҡытыусының сәләмләү һүҙҙәре:

- Балалар, хәйерле көн!
Хәйерле булһын, хәйерле бөгөнгө уйҙарыбыҙ.
Уйҙы тормошҡа ашырһын
Һөнәрле ҡулдарыбыҙ!!!

1. Артикуляцион күнегеү. (тиҙәйткесте интернет-ресурстан үҙаллы уҡыу).

(2 ҡат эстән уҡығас, хор менән әйттереү)

- Һигеҙбай һигеҙ һарыҡ һуйып һатҡан, һиге ҙе лә һип- һимеҙ.

- Һигеҙ һарыҡ ыҙанда, һимеҙ һарыҡ һабанда.

Дәрестең маҡсатын асыҡлау: Был тиҙәйткестә ниндәй һүҙҙәр ҡара хәреф менән яҙылған? Улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Тимәк бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй?

II. Яңы темаға күсеү

- Эйе, ысынлап та,һандар кеше ғүмерендә ҙур һәм мөһим роль уйнай. Һан-бик кәрәкле һәм мөһим һүҙ төркөмө! Ә нимә ул һан? Уның ниндәй төрҙәре бар? Бөгөн беҙ ошо һорауҙарға яуап бирәсәкбеҙ!

1. Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу.

2. Электрон ресурстан һандар тураһында белешмәне уҡыу.

III. Яңы теманы аңлатыу

Һан - предметтың иҫәбен, уның һаналыу тәртибен белдергән һүҙ төркөмө. Ул нисә? Күпме? Нисәнсе? Нисәү? Нисәшәр? Һорауҙарына яуап бирә:5-се автобус, миңә 13 йәш, 2009 йыл.

Һандар килеш, һан менән үҙгәрмәй: 6 класта 25 уҡыусы. Баҡсала 1 алмағас үҫә. Һөйләмдә аныҡлаусы булып килә.

3. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады жанры булған мәҡәл, әйтем, әкиәттәрҙә лә 7 һаны йыш осрай. Әйҙәгеҙ әле шуларҙы иҫкә төшөрәйек.
7 ҡат үлсә, 1 ҡат киҫ. Егәрленең ҡулы 7. Батырҙарҙың 7 юл сатында 7 башлы аждаһаны еңеүе. Батырҙарҙың 7 диңгеҙ, 7 тау гиҙеүе.

4. Һүҙлек эше үткәреү. Һүҙлек диктанты. (уҡыусылар сайттың интернет-ресурсын ҡулланып дөрөҫ яуаптарҙы түбәндәге формаларға яҙып уҡытыусының электрон почтаһына һалалар).

(Е,йе)гет, оҙон(лоҡ, лыҡ), йы(йе, йы)лыш, (йә,я)шелсә, ке(е, йе)к, төлкө(не,нө), (ю,йу)лдар. (Сайттын интернет-ресурсы).

5. Диктантты электрон ебәреү формаһы

6. Ял итеү минуты

Берәү, икәү, өсәү, дүртәү,
Бер ҡулымда бармаҡ бишәү.
Күҙем икәү, танау берәү
Ҡолаҡтарым да икәү.

7. Тест

1. Һан нимәне белдерә?
1) Предметтың атамаһын.
2) Предметтың иҫәбен.
3) Предметтың билдәһен.
4) Предметтың эшен.

2.Һандар ниндәй һорауҙарға яуап була?
1) Кем? нимә?
2) Күпме? нисә?
3) Ни эшләй?

3 .Икешәр, өсәр, бишәр-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?
1) Рәт һаны.
2) Бүлем һаны.
3) Сама һаны.
4) Төп һан.
5) Йыйыу һаны.

4. Икәү ,өсәү, алтау-был һандар ниндәй төркемгә ҡарай?
1) Рәт һаны.
2) Бүлем һаны.
3) Сама һаны.
4) Төп һан.
5) Йыйыу һаны.

5. Ике өс алтмыш-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?
1) Рәт һаны.
2) Бүлем һаны.
3) Сама һаны.
4) Төп һан.
5) Йыйыу һаны.

6. Унынсы, бишенсе, егерменсе-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?
1) Рәт һаны.
2) Бүлем һаны.
3) Сама һаны.
4) Төп һаны.
5) Йыйыу һаны.

7.Ҡушма һандарҙы билдәләгеҙ.
1)Егерме өс.
2)Етенсе.
3)Өсәрләп.

8. Ябай һандарҙы билдәләгеҙ.
1) Биш.
2) Ун бер.
3) Илле бишенсе.

9.Үлсәү һүҙҙәре булған һандарҙы табығыҙ.
1) Биш ҡолон.
2) Өс оя ҡаҙ
3) 100 һум аҡса.

10. Һан ҡатнашҡан исемдәрҙе табығыҙ.
1) Илле.
2 )Дүртөйлө.
3) Миллион.

Тестың яуаптарын электрон ебәреү формаһы (түбәндә скриншоты бирелә).

8. Күнегеүҙәр өҫтөндә эш

9. Дәресте йомғаҡлау

Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙең менән нимәләр белдек? (уҡыусылар менән кире элемтә булдырыу)

1. Һандар нимәне белдерә?

2.Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

3. Яһалышы яғынан һандар нимәләргә бүленә?

4. Ябай һан. Нисә һүҙҙән тора?

10. Өй эшенә әҙерлек

Хикәйә яҙырға: «Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын»

11. Рефлексия

Дәрестә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ? Дәрес оҡшанымы? Үҙегеҙҙең эшегеҙгә ниндәй баһа, билдәләр ҡуйырһығыҙ?

12. Баһалау

- Дәрестә әүҙем ҡатнашып, матур яуаптар бирҙегеҙ. Бөтәгеҙгә лә рәхмәт!
(баһалар ҡуйыу).

Литература

  1. Хажин, В.И. Башкирский язык и литература [Электронный ресурс].
    Режим доступа: URL:http://www.kitapufa.ru/information/elektronnye-uchebnye/posobiya.php
  2. Габитова З.М., Башкорт теле [Текст]: учеб. пособие / З.М.Габитова, М.Г.Усманова. - Уфа: Китап, 2019.
    Режим доступа: URL:http://www.kitapufa.ru/information/elektronnye-uchebnye/posobiya.php