Тема: Тән өлөштәре.Эйәлек ялғауҙары
Маҡсат:
- тән өлөштәрен белдергән һүҙҙәр менән таныштырыуҙы дауам итеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыуҙы нығытыу;
- төрлө эш формаларын ҡулланып уҡыусыларҙың хәтерендә алдағы дәрестә өйрәнелгән компетенцияларҙы актуалләштереү;
- уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу.
Йыһаҙландырыу: компьютер, проектор, экран, кроссвордтар, смайликтар, слайдтар, карточкалар, 2-се класс өсөн электрон дәреслектәр
Дәрес барышы
I. Психологик көйләү.(4-се слайд)
– Һаумы,Ҡояш!
– Һаумы, дуҫым!
– Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
II. Ойоштороу мәле
– китап-дәфтәрҙәрҙе барлау
– дежур уҡыусы менән әңгәмә
– дәрестең маҡсаттарын әйтеү.
– дәрестең маҡсаттарын әйтеү.
III. Фонетик, артикуляцион күнегүҙәр
1) электрон дәреслек буйынса башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү, диктор артынан һүҙҙәрҙе ҡабатлау.
2) Матур яҙыу минуты (электрон дәреслектең “Написание букв”бүлеге) Ҙҙ хәрефенә сысҡан менән баҫыу, һауала ҡабатлау һәм дәфтәрҙәрҙә яҙыу, күҙ һүҙен 1 юл яҙыу)
IV. Уҡыусыларҙы дәрестең темаһына килтереү
5-cе слайдтағы Ш.Ғәлиевтың «Тешем»шиғырын уҡыу һәм проблемалы һорауға яуап биреү.
– Был шиғырҙа ниндәй таныш һүҙҙәр бар?
Күҙҙәрем йомолмай,
Ауыҙым асылмай,
Ай,тешем,уай тешем
Һыҙлауы баҫылмай.
(күҙҙәрем,ауыҙым,тешем)
– Был һүҙҙәр нимәне белдерә?
(Тән өлөштәрен)
Һығымта:
–Эйе, уҡыусылар,беҙ бөгөн һеҙҙең менән “Тән өлөштәрен” белдергән һүҙҙәрҙе нығытасаҡбыҙ.Уларға ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар ялғап телмәрҙә ҡулланырға өйрәнәсәкбеҙ.
V.Үтелгәнде актуалләштереү
Һүҙлек эше (парлап эшләү)
– Һеҙҙең парталарҙа кроссворд ята. Уны парлап эшләргә кәрәк. Бер уҡыусы һүҙлек һүҙҙәрен башҡорт телендә яҙа, икенсеһе рус телендә. Был эшкә 6-7 минут ваҡыт бирелә.
– Ә хәҙер 6-сы слайд буйынса тикшереп алайыҡ.
Физтәнәфес
– Ә хәҙер аҙ ғына ял итеп алайыҡ.
7-се слайдтағы Р.Ураҡсинаның «Был мин»шиғыры буйынса төрлө хәрәкәттәр менән «тән өлөштәрен» күрһәтеү.
VI. «Тән өлөштәре» темаһына ҡабатланған һүҙлек һүҙҙәренә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар ялғаныуын ҡабатлауға күнегеүҙәр эшләү.
1) электрон дәреслек буйынса , өлгөгә ҡарап эшләү (упр.№2 в разделе “Обучение письму”)
2) сиратлашыуҙы күрһәтеү (ҡ-ғ)
3) дәреслек һәм дәфтәрҙәрҙә эш
99-сы бит 1-се күнегеү
Минең Һинең Уның
Башым башың башы
Күҙ.. күҙ.. күҙ.
Ҡул.. ҡул.. ҡул.
Танау.. танау.. танау.
Теш.. теш.. теш.
4) 8-се слайд буйынса эштең дөрөслөгөн тикшереү.
Һығымта: – Ә хәҙер уҡыусылар ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып 9-сы слайд буйынса һөйләмдәр төҙөп яҙайыҡ.
– Кемдең ҡайһы ере ауырта? Һорауына яуап бирәйек.
Слайд буйынса һөйләмдәр төҙөү һәм дәфтәрҙәргә 3 һөйләмде яҙыу.
Алһыуҙың күҙе ауырта.Зиләнең эсе ауырта.Азаттың теше ауырта.
VII. Тәржемә итеү, телмәр күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эшләү
Класты ике төркөмгә бүлеү һәм бирем биреү.
1-се төркөм 97-се бит 4-се күнегеү
2-се төркөм 98-се бит 2-се күнегеү
Диалогтарҙы парлап уҡыу һәм тәржемә итеү.
VIII. Рефлексия
– Дәрестә нисек эшләнем тип уйлайһығыҙ? Как вы работали на уроке?
Давайте покажем с помощью смайликов. Если на уроке вам все легко давалось и урок понравился клеете на лист бумаги на доске веселый смайлик,а если думаете что вам надо ещё стараться смайлик на зеленой бумаге..(уҡыусылар таҡталағы ҡағыҙға смайликтар йәбештерә)
IX. Йомғаҡлау.
– Балалар ,ҡунаҡтар ҙа , мин дә һеҙҙең әүҙем эшләүегеҙгә, тырышып белем алыуығыҙға шат
– Хәҙер дәресебеҙҙе йомғаҡлау өсөн электрон дәреслек буйынса һөйләмдәр төҙөп алайыҡ (упр.№6, составить предложения по образцу нажимая мышкой по словам.)
Минең башым ауырта. Минең эсем ауыртмай.
X. Өйгә эш биреү: 100-се бит 1-се күнегеү.
XI. Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау.