Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

Разделы: Литература, Конкурс «Презентация к уроку»


Презентация к уроку

Загрузить презентацию (576 кБ)


Разделы: Преподавание литературы.

Маҡсат:

  • кеше исемдәренең килеп сығышы тураһындағы белемдәрҙе киңәйтеү;
  • балаға исем ҡушыуҙың етди мәсьәлә булыуын еткереү;
  • уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, белем кимәлен киңәйтеү;

Йыһазландырыу: мультимедиа, интерактив таҡта, китаптар күргәҙмәһе, фонохрестоматия

ДӘРЕС БАРЫШЫ

I. Ойоштороу моменты

1.– Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
– Һаумыһығыҙ!
– Кәйефегеҙ нисек?
– Яҡшы.
– Һеҙ дәрескә әҙерме?
– Әҙер.

2. Дәрес алды шиғырын уҡыу.

Ҡыңғырау шылтыраны,
Дәрес башлана хәҙер.
Беҙ инде матур итеп,
Яуап бирергә әҙер.

II. Артикуляция күнегеүҙәре.

1. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау.

2. Тиҙәйткестәр әйтеү.

Ҡә-ҡә-ҡә – Ҡәҙриә алды ҡәләм,                                   Өммөгөлсөм өләсәйем
Ҡы-ҡы-ҡы – ҡыйыҡтан тамсы тама.                            Өлөштәрен өләшә.
Һеҙҙең Зөфәр бөҙрә булһа,
Беҙҙең Зөһрә лә бөҙрә.
Әлимә, Әсмә, Әлиә                                                          Миңлеғәле ҡурайының
Сәй эсәләр күмәкләп.                                                      Моңдарын мин тыңланым.

III. Дәрестең темаһын, маҡсатын билдәләү

1. Йомаҡ сисеү. (Слайдтан уҡыу)

Миңә лә йәбешкән,
Һиңә лә йәбешкән,
Уға ла йәбешкән.
Нимә ул?                  (Исем.)

2. Һорауҙарға яуаптар.

– Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, кешегә исем ни өсөн кәрәк?
– Исем иң элек кешегә мөрәжәғәт итеү, өндәшеү өсөн кәрәк.
– Бер кешене икенсеһенән айырыу өсөн хеҙмәт иткән тамға, билдә.
– Эйе, дөрөҫ, уҡыусылар. Һәр бер кешенең шәхси исеме була. Сабый донъяға килеү менән, уға ата–әсә исем ҡушып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ ала.
Тимәк, уҡыусылар, беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләшәбеҙ инде? Эйе, исемдәр хаҡында, уларҙың килеп сығышы, мәғәнәләре, йәмғиәттәге роле хаҡында бөгөн беҙҙең һүҙебеҙ.

3. «Урал батыр» эпосынан өҙөктө иҫкә төшөрөү.

Борон-борон борондан,                                       Был ҡарт менән был ҡарсыҡ
Кеше-маҙар килмәгән,                                         Ҡайҙан бында килеүен,
Килеп аяҡ баҫмаған,                                            Ата-әсә, ер-һыуы
Был тирәлә ҡоро ер                                             Ҡайҙа тороп ҡалыуын
Барлығын һис кем белмәгән                             Үҙҙәре лә онотҡан,ти.
Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан                                   Икәүҙән –икәү шул ерҙә
Булған, ти, бер урын.                                           Башлап ғүмер иткән, ти.
Унда булған, ти, борон                                         Тора-бара был икәү

Йәнбирҙе тигән ҡарт менән                             Ике уллы булып киткән,ти,
Йәнбикә тигән бер ҡарсыҡ,                              Шүлгән булған олоһо,
Ҡайҙа барһа, уларға                                            Урал булған кесеһе.
Ул урында юл асыҡ.                                   

«Урал батыр»эпосы тураһында һөйләп үтеү.

– Эпостың 4 меңдән йылдан артыҡ тарихы бар. Ул тәүтормош община ҡоролошо тарала башлаған осорҙа ижад ителгән.
– Текстан исемдәрҙе табыу (Йәнбирҙе, Йәнбикә, Шүлгән, Урал).
Һығымта яһау. Тимәк, исемдәр бик борон замандарҙа уҡ барлыҡҡа килгән.

IV. Башҡорт исемдәренең барлыҡҡа килеүен асыҡлау  (Слайд менән эш)

1. Йыл миҙгеленә ҡарап: Буранбай, Ямғырбай, Яҙгөл һ.б.
2. Бала тәнендәге миңдәрҙе бөтөрөү маҡсатында ҡушылған исемдәр: Миңлеғәле, Миңлебикә, Миңлебай, Миңниса, Миңнур.
3. Ислам диненә бәйле исемдәр: Ислам, Нурислам, Динислам, Мөхәммәт, Йосоп, Яҡуп, Сәлих, Ибраһим, Исмәғил, Дауыт, Ильяс, Ғайса, Исхаҡ, һ.б.
4. Октябрь революцияһы тәьҫирендә яһалған исемдәр:. Револ, Люциә, Вил, Октябрина, Сталина, Ким, Рифмир һ.б.
5. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда киң таралған исемдәр: Флорид, Моряк, Майор, Эльза, Лариса, Светлана һ.б.
6. Данлы шәхестәрҙең исемдәрен һайлау:Салауат, Юлай, Таһир һ.б.
7. Әҙәби әҫәрҙәр йоғонтоһонда: мәҫәлән, М. Кәримдең «Айгөл иле», «Айһылыуҙың айлы кистәре» драмалары.
Уҡыусылар ошо төркөмдәргә ярашлы класташтарының, ата-әсәләренең, туған-тыумасаларының исемдәрен иҫкә төшөрә.

V. Таҡтанан авар яҙыусыһы Рәсүл Ғамзатовтың һүҙҙәрен уҡыу: “Ҡыҙ баланың исемендә йондоҙ балҡыуы йәки сәскәләр нәфислеге, ир–ат исемендә ҡылыстар сыңлауы һәм аҡһаҡалдар аҡылы сағылырға тейеш”. (Һүҙҙәр слайдҡа яҙылған)
Уҡыусылар ошо һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлата, исемдәр таба, улар менән, уртаҡлыҡ исем яһап, һөйләмдәр төҙөй.
Мәҫәлән, Роза әсәһенә роза бүләк итте. Миләүшә баҡсала миләүшә сәскәһе йыя. Алмас алмас ҡылыс тапҡан. Нәркәс нәркәстең һүрәтен төшөргән. Тимер ҡустым тимерҙән карап яһаған.

Физминутка

Бер, ике, беҙ баҫтыҡ,
Сәп-сәп итеп ҡул саптыҡ.
Аяҡтарҙы бер урында
Тып-тып-тып итеп баҫтыҡ.
Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ,
Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ,
Инде бер аҙ хәл алдыҡ,
Тыныс ҡына ултырҙыҡ.

VI. Уйын «Кем күберәк белә?»

Класс ике төркөмгә бүленә. Беренсе төркөм Схәрефенә, икенсе төркөм З хәрефенә исемдәр яҙа.

Сәлимә, Сәлиә, Сәмирә, Сания, Сара, Сәйҙә, Сабир, Сабира, Сәлим, Сәнғәле, Саттар, Сайма, Сәлих, Сәлихә, Сәрбиямал һ.б.
Зөһрә, Зәлифә, Зөлфиә, Зөлфирә, Зөлфинә, Зәлиә, Зәмирә, Зөбәржәт, Закир, Закира, Заһир, Заһира, Зөфәр, Зәйнәп һ. б.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, тимәк, башҡорт телендә исемдәр шул тиклем күп, хатта ике хәрефкә генә лә беҙ күпме миҫалдар таптыҡ.

VII. «Исем туйы” йолаһы

Уҡытыусының һүҙе. Сабый донъяға килеү менән, уға ата-әсә исем ҡушып, тыуыу тураһында таныҡлыҡ ала. Балаға исем биреү – яуаплы эш. Кеше тыуғас та алған исемен ғүмер буйына йөрөтә. Шуға ата–әсә был мәсьәләгә бик етди ҡарай. (Слайдтан фотолар ҡарау)
«Исем туйы” йолаһына алдан уҡ әҙерлек башлана. Туған –тыумаса, күрше-күлән, мулла саҡырыла. Был байрам хөрмәтенә мул аш-һыу, бүләктәр әҙерләнә.
Баланы мулла алдына ҡибла (көньяҡ) яғына ҡаратып һалалар. Мулла, аҙан уҡып, баланың ҡолағына өс тапҡыр: «Һинең исемең фәлән-фәлән булыр», – тип әйтә. Әсә кеше кендек әбейенә, үҙенең әсәһенә, ҡәйнәһенә бүләктәр тарата. Килгән ҡунаҡтар, теләктәр әйтеп, күстәнәстәрен тапшыра.
Уҡыусылар китаптан теләктәрҙе уҡый, тәржемә итә. Бер нисәһен дәфтәренә яҙып ала.

VIII. Исемдәрҙең мәғәнәһе тураһында һөйләшеү

Уҡытыусы. Яңы тыуған сабыйға исем һайлағанда исемдең ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы – аһәңе, башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы, яҡшы мәғәнәһе иҫәпкә алынырға тейеш. Исемдең тәрбиәүи яғын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк.

Диалог төҙөү.

– Һаумы, Артур!
– Һаумы, Рауил!
– Артур, һин исемеңдең мәғәнәһен беләһеңме?
– Беләм, «ҙур айыу”, кельт теленән алынған. Ә һинең исемең нимәне аңлата?
– Яҙғы ҡояш, тигәнде аңлата, йәһүд теленән алынған.

Тағы ла бер-ике диалог тыңлана. Ҡалған уҡыусылар үҙҙәренең исемдәренең мәғәнәһен аңлата.
Мәҫәлән, Илья – минең аллам, Рената – яңынан терелеү, Алексейь– һаҡлаусы, Ангелина – фәрештә, Иван – алла ярлыҡаны, Анна – нәзәҡәтле, наҙлы тигән мәғәнәгә эйә.
Уҡытыусы. Афариндар, кешегә исем бер тапҡыр ғына бирелә, уны ғүмере буйына йөрөтә, шуға күрә лә исем һайлағанда мәғәнәһенә лә иғтибар итеү бик мөһим.

IX. “Ниндәй исем яҙылған?» уйыны

Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙ исемдәрҙең барлыҡҡа килеүен, мәғәнәһен асыҡланыҡ. Хәҙер уларҙың яһалышын ҡарап алайыҡ. Таҡтала ниндәй исемдәр яҙылған икән? (Слайд менән эшләү)

Гөл100өм, Х3нулла, Дилә1, 6най, 7мбай һ.б.

Уҡыусылар үҙҙәре ошоларға оҡшаш исемдәр таба, һөйләмдәр төҙөй.          
Уҡытыусы. Уҡыусылар, тимәк, исемдәр төрлөсә яһала. Бында һеҙ һандарҙы күрҙегеҙ, шулай итеп, улар ҙа исемдәрҙе яһауҙа ҡатнаша ала икән.

X. Халыҡ йырҙарында исемдәр

Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙ исемдәрҙе «Урал батыр»эпосында күрҙек, тағы ла халыҡ ижадының ниндәй жанрында таба алырбыҙ икән?

– Эйе, йырҙарҙа. Башҡорт халҡына бик күп йырҙары исемдәргә арналған. (Слайдтар ҡарау, бер йырҙы тыңлап китеү)
Уҡыусылар “ Ҡарабай» йырын башҡара.

XI. Йомғаҡлау

Кеше исемдәре хаҡында йомғаҡлап шуны әйтәһе килә: ата-әсә үҙ балаһына исем ҡушҡанда ашыҡмаһын ине. Ҡушылған исем киләсәктә оялтырлыҡ булмаһын. Исем мәғәнәһе менән дә, яңғырашы менән дә кешене матурлаһын
Т.Х. Күсимова үҙенең китабында: “Исем-ул бәләкәй генә паспорт, кешенең ҡайһы яҡтыҡы, ниндәй милләттән икәнен әйтеп тора. Ә һәр халыҡ үҙенең исемен, төҫөн, үҙенсәлеген, тарихын һаҡларға тырыша”, тип исемдәргә ҙур мәғәнә бирҙе.
Донъяла кеше тормошоноң төп мәғәнәһе, төп маҡсаты, емеше, иң ҙур байлыҡтарының береһе булып уның балалары тора. Баланан да ҡәҙерле, баланан да ҡиммәт бер нәмәлә юҡ. Шуға күрә һәр бер ата-әсә балаларының яҡшы, изге (Сәлих), саф, таҙа (Сафа), сәскәләй матур (Гөлсәсәк) булыуын теләй һәм балаларына матур исемдәр һайлай.

XII. Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау, өй эше биреү.