"Обобщающее повторение имени прилагательного". 9-й класс

Разделы: Русский язык, Литература, Конкурс «Презентация к уроку»

Класс: 9


Презентация к уроку

Загрузить презентацию (2 МБ)


Дәрестең маҡсаты:

Сифаттар буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен системаға килтереү, камиллаштырыу, грамматик анализ яһау күнекмәһен нығытыу;

Сифаттарҙы телмәрҙә һәм яҙыуҙа практик ҡулланырға өйрәтеү, телмәр үҫтереү;

Туған телгә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү.

Дәресте йыһазландырыу:

Интерактив таҡтала дәрестең компьютерлы презентацияһы,

карточкалар, перфокарта.

Дәрестең тибы: традицион ҡабатлау дәресе.

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле. Дежурный отчеты.

а) Ике уҡыусы таҡта янында карточкалар менән эшләй.

1-се карточка: ҡыҙыл сифатын дәрәжәлә үҙгәртергә.

2-се карточка: тәмле икмәк һүҙбәйләнешен килештә үҙгәртергә.

б) Фонетик күнегеү (Һүҙҙәрҙе хор менән әйтеү, тәржемә итеү, әңгәмәләшеү): сифат, һүҙ төркөмө, дәрәжә, билдә, һорау, ялғау, яһаусы ялғау, үҙгәртеүсе ялғау.

II. Өй эштәрен тикшереү.

Өйҙә яҙып килгән 69-сы күнегеүҙе тикшереү.

III. Яңы тема. Сифаттар темаһын йомғаҡлап ҡабатлау, грамматик анализ яһарға өйрәтеү.

а) Һорау - әңгәмә. Сифаттар тураһында блок – схеманы ҡулланыу (Слайд №2 )

- Нимә ул сифат?

- Сифаттарҙың ниндәй төрҙәре була? (Слайд №2)

- Төп сифаттар, шартлы сифаттар.

- Ниндәй сифаттар төп сифаттар, ниндәй сифаттар шартлы тип атала?

б) Сигналлы карточкалар менән эш (Төп сифаттар әйтелһә, ҡыҙыл төҫ күрһәтелә, шартлы сифаттар булһа – зәңгәр төҫ):

Йәшел, йәйге, өҫтәлдәге, еңел, матур, насар, аҡыллы, алтын, һалҡын, ҡояшлы, уҫал, боронғо, зәңгәр, юлдағы, ҙур, бәләкәй, ҡарлы, бейек, тәрән, уйсан, тыңлаусан, һары, әсе.

в) Әңгәмәне дауам итеү. Яһалышы буйынса ниндәй сифаттар була? (Слайд №4)

- Тамыр сифаттар, яһалма сифаттар, ҡушма сифаттар. Миҫалдар килтереү.

в) Таҡталағы текстан тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар табырға (слайд № 5), 3 бағанаға бүлеп яҙырға:

Үҙенең ҡояшлы йылы көндәрен эйәртеп, ергә тағы көләс яҙ килде. Күктә аҡһыл зәңгәр болоттар йөҙә. Киң яландарҙы, һыу буйҙарын йәм - йәшел үләндәр ҡаплап алды. Улар араһында аллы-гөллө сәскәләр ҡалҡып сыҡты. Төрлө - төрлө күбәләктәр оса башланы.

г) Әңгәмәне дауам итеү, сифаттың ниндәй дәрәжәләре бар? (Слайд №6) Телдән сифаттарҙы дәрәжә менән үҙгәртергә:

Төп дәрәжә: һары, ҡыҙыл, еңел, оҙон, зәңгәр,

Артыҡлыҡ дәрәжәһе:

Аҙһытыу дәрәжәһе:

Сағыштырыу дәрәжәһе:

д) И. Левитандың “Алтын көҙ” һүрәте буйынса төрлө дәрәжәләге сифаттарҙы уйларға, яҙырға. (класс ике төркөмгә бүленә, таҡтаға сығып ярышып яҙалар, слайд № 7):

Һары, һап –һары, зәңгәрһыу, аҡһыл, йәм –йәшел, ҡыҙғылт, күм –күк, һарыраҡ, йәшелерәк, оҙонораҡ, йәшел, зәңгәр.

е) Әңгәмәне дауам итеү. Сифаттарға грамматик анализ яһарға өйрәтеү (слайд №8):

Һап - һары – сифат, башл. формаһы –һары,

төп сиф., тамыр сиф., артыҡлыҡ дәр.,

һөйләмдә - аныҡлаусы.

1. Сифаттың башланғыс формаһы.

2. Сифаттың төрө, яһалышы, дәрәжәһе.

3. Һөйләмдең ниндәй киҫәге.

Китаптан 80-се биттәге грамматик анализ тәртибен ҡысҡырып уҡыу, үҙләштереү. Миҫалдар килтереү. Яҙып морфологик анализ яһау:

Йәшелерәк, аҡһыл, зәңгәр.

IV. Яңы теманы нығытыу.

Таҡталағы командалар менән яҙған сифаттарҙы эпитеттар итеп ҡулланып, һүрәт буйынса инша – минатюра яҙҙырыу.

V. Дәресте йомғаҡлау.

Иншаларҙы уҡып күрһәтеү, баһалау.

- Бөгөн дәрестә нимәләр өйрәндек, нимәләр тураһында белдек?

VI. Баһалау.

Уҡыусыларҙың яуаптарын баһалау, билдәләрҙе журналға, көндәлектәргә ҡуйыу.

VII. Өйгә эш.

136 – сы күнегеү, 3 –сө абзацты күсереп яҙырға,

2 сифатҡа грамматик анализ яһарға,

Таблица – схеманы белергә.

Приложение (урок + шрифт)