Изучение повести «Чертово колесо» башкирского народного писателя Нугумана Мусина. 11-й класс

Разделы: Русский язык, Литература, Конкурс «Презентация к уроку»

Класс: 11


Презентация к уроку

Загрузить презентацию (319 кБ)


Маҡсат:

  • Н.Мусиндың “Шайтан ҡуласаһы” тигән повесының йөкмәткеһе,  идея – тематикаһы,  образдар системаһы, сюжеты менән таныштырыу.
  • Аналитик фекерләү һәләтен үҫтереү.
  • Повесть геройҙары миҫалында  мораль – этик тәрбиә биреү.

Йыһазландырыу: Ноғман Мусиндың портреты,  китаптарынан күргәҙмә, интерактив таҡтала  автор һәм уның повесы  тураһында мультимедиа презентацияһы.

Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле

1) Дәрестең темаһы, маҡсаты менән танышыу. (Уҡыусылырҙан әйттереү, слайд №2)

2) Һүҙлек эше (һүҙҙәрҙе әйтеү, мәғәнәләрен аңлатыу, Слайд №3):

Ярҙамсыл                    Яуаплылыҡ
Рух                                  Күңел
Ауырлыҡ                       Еңел тормош
Кәсеп-һөнәр                  Ғәйеп(ле)
Хөкөм                             Ҡуласа

3) Лингвистик диктант  яҙҙырыү. Слайд № 4

а) Бер нисә хәл-ваҡиға булған проза жанры.
б) Художестволы әҫәрҙә автор әйтергә теләгән төп фекер.
в) Н.Мусиндың  тыуған ауылы.
г) ”Шайтан ҡуласаһында” төп герой.
д) Әҫәрҙең сюжетында көсөргәнешле, геройҙар томошон ҡырҡа үҙгәртеп  ебәргән хәл- ваҡиға.
е) ”Шайтан ҡуласаһында” ауылдың исеме.
ж) Н.Мусиндың  дилогияһы.

4) Лингвистик диктантты тикшереү. (Слайд №5) Дәфтәрҙәрен алмаштырып, бер – береһен тикшерәләр, баһалар ҡуялар.

а) Повесть.
б) Идея.
в) Ҡолғона.
г) Мохтасар.
д) Кульминация.
е) Ҡырташ.
ж)“Мәңгелек урман”

– Лингвистик диктанттағы һүҙҙәрҙе беҙ  дәрес барышында ҡулланырбыҙ.

II. Өй эше һәм  яңы тема – Ноғман Мусиндың  “Шайтан ҡуласаһы” повесына  тулы анализ яһау.

а) Автор тураһында әңгәмә (Слайд № 6)

– Кем ул Ноғман Мусин? Ҡасан, ҡайҙа тыуған? Ниндәй әҫәрҙәре бар?

б) Повестың идея – тематикаһы (Слайд № 7)

– Повеста ваҡиғалар ҡайҙа һәм ҡасан бара? Уның идея – тематикаһы ниндәй? Ни өсөн был өҫөр “Шайтан ҡуласаһы” тип атала? Унда  тағы ниндәй проблемалар күтәрелә?
– Повеста ваҡиғалар таулы – урманлы райондарҙың береһендә бара. Унда төп герой Мохтасар тураһында һөйләнә. Уның ғибрәтле яҙмышын һүрәтләп, автор кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе асып бирә, яҙмыштар тураһында, йәшәү мәғәнәһе, изгелек менән яуызлыҡ хаҡында уйланырға мәжбүр итә.
– Әҫәрҙә  тормош шайтан ҡуласаһы  менән сағыштырыла. Һин бер төрлө эш эшләргә уйлайһың, ә тормош һине шайтан ҡуласаһы кеүек икенсе яҡҡа бороп алып китә.
– Мохтасар менән Миңзәләне, Байым менән Раушанияны һүрәтләп,  ғаилә мөнәсәбәттәре  тураһындағы проблеманы ла күтәрә автор.
– Тәбиғәтте һаҡлау, ундағы ағастарҙы, кейектәрҙе ҡурсалау тураһындағы проблемалар  ҙа  повеста урын ала..

в) Повестың сюжеты тураһында әңгәмә (Слайд №8)

– Повестың сюжеты тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Повестың сюжеты бер нисә хәл – ваҡиғанан тора:

Экспозиция өлөшө

Бында автор тарихи, географик фон тураһында хәбәр итмәй, ә әҫәрҙә һүрәтләнәсәк хәл – ваҡғаларҙы  ижтимағи, психологик яҡтан мотивлаштыра: сит-ят ерҙә берәй танышың булыу – оло терәк була, ти. Ысынлап та, әҫәрҙә яҙыусының танышы тураһында һәм ул танышының тағы бер танышы тураһында һүҙ бара.

Төйөнләнеү

Яҙыусы Риза  Ханбәковтың районға ижади командировкаға  килеүе.

Ваҡиғалар үҫеше

Уның хеҙмәттәш дуҫы Байым Шәйәхмәтов менән осрашыуы.
Урман һаҡсыһы Мохтасар менән танышыуы.
Мохтасар менән Риза Ханбәковтың һунарҙа йөрөүҙәре, һб.

Кульминация

Мохтасарҙың Рәсүлде хөкөмгә тарттырыуы.
Сиселеш бирелгәнме повеста? (Повеста сиселеш өлөшө бирелмәй) Ни өсөн юҡ?
– Яуызлыҡ язаға тарттырылды. Бынан һуң тыныс, матур тормош башланып китер геройҙар өсөн.

Сюжет һыҙығы тураһында. (Слайд №8)

– Әҫәрҙә нисә сюжет һыҙығын билдәләргә була? (ике сюжет һыҙығы бар: береһе– Риза  Ханбәковтың, икенсеһе – Мохтасарҙың.  Интерактив таҡтала –  схема).
– Был сюжет һыҙыҡтары нисек бирелә?
– Яҙыусы Ханбәков тормошонан һүрәтләнгән был осор – уның сюжет һыҙығы – тигеҙ, эҙмә–  эҙлекле, тыныс һәм ябай. Ул килә, осраша, ҡайтып китә.
– Ә  Мохтасарҙың сюжет һыҙығы ябай түгел. Унда киҫкен боролоштар яһала, йәки ул өҙөлөп тора. Автор ҡыйыу рәүештә был сюжет һыҙығын “һындыра” һәм яңынан ялғап алып китә.
– Был сюжет һыҙыҡтары киҫешәме?
– Эйе, улар бергә урманда һунарҙа йөрөйҙәр, кульминацион мәлдә, Рәсүл болан атҡанда  Риза Ханбәков Мохтасарға ярҙам итә.

в) Повестың образдар системаһы (интерактив таҡтала – схема, слайды № 9, 10)

Ике сюжет һыҙығы тип әйттек.  Ә төп герой кем йәки кемдәр?
Риза  Ханбәковты төп герой тип әйтеп буламы? Ни өсөн булмай?
– Ул – повестағы хәл –ваҡиғаларҙы хәбәр  итеүсе.  Риза үҙенең исеменән һөйләп бирә.
– Әҙәбиәт теорияһында бындай алым  йыш осрай, ул “урта телмәр” тип атала. Ниндәй өҫәрҙәрҙә осратырға мөмкин уны?
– М. Кәрим “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ”–  Кендек, М. Ғафури “Ҡара йөҙҙөр”–  Ғәли,
Д. Юлтый “Ҡан” – Булат, һб.
– Мохтасар төп героймы, ни өсөн? Ул ниндәй кеше? Башҡа образдарҙың уға мөнәсәбәте нисек? Улар Мохтасарҙың характерын асырға ярҙам итәләрме?
– Рәсүл тураһында ни әйтергә мөмкин?
– Мохтасар менән Рәсүл образдары башҡаларға ҡарағанда тулыраҡ һәм киңерәк яҡтыртыла. Тәүгеһе яҡшылыҡтың символы булһа, икенсеһе – яуызлыҡтың кәүҙәләнеше булып тора, ҡара йылан булып кешеләрҙең яҙмышын ҡыя. Ул бик күп яуызлыҡтар эшләй…       Уны бер кем дә яратмай, бөтәһе лә уны күрә алмай.
– Ни өсөн Мохтасар Рәсүлдең ғәйебен үҙенә ала? Дөрөҫ эшләйме?  Кешенең ғәйебен үҙеңә алып, уның арҡаһында үҙең зыян күрергә яраймы? Ул беренсе тапҡыр шулай итәме?
Яуаптар төрлөсә:
– Ул әсәһе хаҡына  мәжбүр була. Дөрөҫ эшләгән, тип уйлайым…
– Дөрөҫ эшләмәгән тип уйлайым. Яуызлыҡҡа юл ҡуйған. Һәм ул быны беренсегә эшләмәй…
– Мохтасар үҙе шул турала нимә ти? Китаптан табып уҡығыҙ әле.
– Миңзәлә образы һеҙҙә ниндәй хистәр уята? Мохтасарҙың уға мөнәсәбәте нисек? Кешеләр уға нисек ҡарайҙар?
– Мохтасар һәм Миңзәлә. Был ике образға повеста кемдәрҙе йәнәш  (параллель) ҡуйырға була? Ни өсөн автор уларҙы повеста бирә?
– Байым Шәйәхмәтовты һәм уның ҡатыны Раушанияны.
– Улар тураһында ни әйтергә була?
– Байым  Риза Ханбәковтың хеҙмәттәше, хәҙер Урман хужалығында директор булып эшләй. Ул бик яҡшы директор, ғаилә башлығы, уңған кеше. Ул ярҙамсыл, ихлас, икейөҙлөлөк  уға ят нәмә. Уның күңеле кешеләргә һәр ваҡыт  асыҡ, шуға ла  тормошо тәгәрәп алға бара.  Байымдың  шундай булыуында  төплө итеп уйлай белеүе, аңлы, маҡсатлы эш алып барыуы, аҡыл хәрәкәте, шәхес эшмәкәрлеге ята.
– Был ике парҙы параллель һүрәтләп, автор тормош тураһында, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға мәжбүр итә. Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт, изгелек – яуызлыҡ хаҡында фекер тупларға ҡуша.
– Повестың образдар системаһы  тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Образдар системаһы ҡатмарлы  түгел. Повесть жанрына хас булғанса, унда образдар күп түгел.     

Әҫәрҙең художестволы үҙенсәлектәре

– Әҫәрҙең художестволы үҙенсәлектәре тураһында Ишмөхәмәтова Луиза сығыш яһай. Өйҙә ул үҙе яҙып килгән. Повестың ҡайһы бер үҙенсәлектәре тураһында хәҙер әйтеп үтер. (Сығыш тыңлана)
– Быларҙан тыш мин өҫтәп шуны әйтер инем: повеста лирик сигенеүҙәр, һөйкәлмә ваҡиғалар, образдар бар. Шулар иҫәбенә Ханбәковтың студент саҡтағы бер танышы, туристик бюролағы директор, райондаш түрә (уларҙың исемдәре әҫәрҙә бирелмәй) образдарын индерергә була.
– Тағын бер үҙенсәлек бар әҫәрҙә, был Н.Мусиндың бөтә әҫәрҙәренә хас тема, проблема. Ул ниндәй тема икән?
– Урман, уны һаҡлау темаһы.
– Урман повеста Н. Мусинса бирелә: ул пейзаж йәки ваҡиғаларҙың фоны ғына түгел, ә геройҙарҙың  тормош сығанағы, йәшәү рәүеше. Урман уларға эш,  аш бирә, уларҙы йәшәтә. “Зөһрә” ,  “Ер биҙәге”,   “Йыртҡыс тиреһе” повестары, ”Мәңгелек урман”, “Һуңғы солоҡ” романдары быға миҫал була.

III. Йомғаҡлау  (Слайд №11)

– Н. Мусин ижадында был әҫәр ниндәй урынды биләй?
– Башҡорт прозаһында?
– Был әҫәр һеҙҙе нимәгә өйрәтте? Шул турала үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе дүрт –  биш һөйләм менән хәҙер яҙығыҙ әле.

“Был әҫәр мине нимәгә өйрәтте?”–  яуап яҙыу (5-7 минут)

 Яуаптарҙы уҡып ҡарау:

–  Был повесты уҡып сыҡҡас, мин бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм. “Дөрөҫ эшләнеме икән Мохтасар?”–  тигән һорау миңә тынғы бирмәне. Мин уйлайым, ул дөрөҫ эшләне, тип. Мохтасар ҡустыһының ғәйебен үҙенә алып, 3 йыл тотҡонда булып ҡайта. Ул ҡустыһы яҡшы булһын өсөн  бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып ҡараны.  Ләкин Рәсүл быны аңламаны һәм үҙенең насарлығын ташламаны. Ундай кешегә йәмғиәттә урын юҡ, тип уйлайым.
(Башҡа уҡыусылар ҙа уҡыйҙар)

– Хөрмәтле уҡыусылар! Әле беҙ китаптарҙан уҡып ҡына тормош, кешеләр тураһында фекер йөрөтәбеҙ.  Оҙаҡламай һеҙ үҙегеҙ оло тормошҡа аяҡ баҫасаҡһығыҙ. Шул саҡта художестволы әҫәрҙәрҙәге образдарҙың береһенән үрнәк алып, икенсеһенән ғибрәт алып,  тормош тигән киң яланда юғалмайса, һәр ҡайһығыҙ үҙ юлығыҙҙы табығыҙ. Тормош – ул, ысынлап та, ҡуласа, был ҡуласаның тотҡаһы беҙҙең ҡулдарҙа булырға тейеш. Беҙ уны үҙебеҙгә кәрәк яҡҡа бороп ебәрербеҙ.

IV.  Баһалау

Дәрестә актив ҡатнашҡан уҡыусыларға баһалар ҡуйыла.

V. Өйгә эш (Слайд №12)

Иншаға әҙерләнергә: ”Шайтан ҡуласаһы” повесында әхләҡи проблемаларҙың сағылышы”

Приложение1