Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу

Разделы: Общепедагогические технологии


Инеш

Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһының роле бик ҙур. Уҡыусылар әүҙем ҡатнашһындар, туған телде аңлаһындар, һѳйләшергә ѳйрәнһендәр ѳсѳн дәресте уйлап, тѳрлѳ алымдар ҡулланып, ҡыҙыҡлы, тәрән йѳкмәткеле итеп ойошторорға , телебеҙҙең байлығын, күркәмлеген тойорға ярҙам итергә тырышам. Уҡыусылар дәрескә теләк менән килһен ѳсѳн, ҡәнәғәтләнеү тойғолары уятырлыҡ эш тѳрҙәре, тѳрлѳ алымдар ҡулланып үткәрәм. Теләп башҡарылған, күңелгә ятышлы эш кенә иҫтә ҡала, баланың һәләтен, аңын үҫтерә. Шуға күрә яңы ысулдар, эш алымдары уйлап тапҡанда ғына балалар ҙа ижади фекер йѳрѳтә аласаҡ, үҙҙәрен "асыш яһаусы", "уйлап табыусы" итеп тоясаҡ.

Мәктәптә телдәргә, шул иҫәптән тәү сиратта туған телгә өйрәтеү бөгөнгө көндөң актуаль мәсьәләһе. Бөтә ил, республикабыҙ яңы информацион технологияларға күсеүгә тотонған саҡта ла тел һәр кеше өсөн иң кәрәкле ҡорал булып ҡала һәм телдәрҙе өйрәнеү процессы үҙгәргән тормош талаптарына яуап бирерлек, юғары кимәлдәге эшмәкәрлеккә яуап бирергә тейеш.

Тел - һәр милләттең оло хазинаһы. Телен һаҡлаған илен һаҡлар, ти, халыҡ. Илен, милләтен һаҡлар өсөн халыҡ иң элек телен һаҡларға тейеш. Эшләргә теләмәһәң, сәбәп эҙләйһең, эшләргә теләһәң, юлдарын, ысулдарын табаһың, ти, халыҡ.

Башҡорт теле - башҡорт донъяһына инеүсе асҡыс.

В.А.Сухомлинский «Дәрес - ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон», тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү өсөн уҡытыусыға һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланырға тура килә.

Тыуған телдә һөйләшеү - тәрбиәнең төп сығанағы. Уҡытыусынан да абруйлыраҡ тағы ниндәй һөнәр эйәһе бар. Ул белемле, кешеләр менән еңел аралашыусан. Үҙ тормошо, кейенеп йөрөүе менән дә уҡытыусы бар тирә-йүндәгеләргә өлгө булып тора. Мәктәптә уҡығанда уҡ үҙемдең тәүге уҡытыусыма һоҡланып туя алмай инем. Талапсан, ихлас күңелле, изге кеше ине ул. Уҡытыусы булам тигән уй миңә ошо кескәй генә сағымда уҡ килде. *Кешеләргә изгелек, иман нуры сәсәм*, - тип уйлай инем.

Ошо уйҙар мине уҡытыусы һөнәре һайларға этәрҙе лә инде. Мәктәп тигән бөйөк белем һарайының ишектәрен уҡытыусы сифатында асып инеүемә лә инде 15 йыл. Уҡытыусы эше бик еңелдәрҙән түгел. Белемле һәм рухлы, ихлас һәм эскерһеҙ, түҙемле һәм үҙен-үҙе аямаған, йомарт күңелле һәм көслө шәхестәр генә был һөнәргә ғүмеренең аҙағына тиклем тоғро ҡала.

Тимәк, уҡытыусы ул - ябай һөнәр эйәһе генә түгел, ул кешеләрҙең күңелен яҡтыртыусы, мәғрифәт, иман нурын балҡытыусы, бөйөк тәрбиәсе һәм киләсәккә юл күрһәтеүсе. Уҡытыусы индәрендә дәүләт иҫ киткес ҙур яуаплылыҡ һалған: йәш быуынға төплө белем һәм дөрөҫ тәрбиә биреү бурысын уҡытыусы, һис шикһеҙ, үтеп сығырырға тейеш!

Был йылдар эсендә нимә генә кисерергә тура килмәне. Күп милләтле балаларға башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә төшөндөрөү бик еңелдәрҙән түгел. Ата-әсәләрҙең үҙ телендә һөйләшмәүен, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ теленән, миләтенән оялыуҙары, кәмһетеүҙәрен миңә бик ауыр тәьҫир итә. Башҡорт телен дәреслектәр буйынса ғына өйрәнеп булмаясағын шунда уҡ төшөндөм. Халыҡтың тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, тормош-көнкүрешен, ауыҙ тел ижадын яҡшы белгәндә һәм өйрәнгәндә генә телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләп була.

Мин дәрестәремде традицион методҡа таянып эшләйем, яңы технологияның алымдарын ҡулланам. Бѳгѳн яңыса уҡытыу - заман талабы.

Яңы технологияларҙың нигеҙендә гуманлылыҡ, индивидуалләштереү, конкрет балаға яраҡлаштырыу принциптары ята, донъяуи белемгә эйә булған шәхес үҫтереү маҡсаты ҡуйыла.

Бала телде ҡыҙыҡһыныу, теләк менән ѳйрәнеү ѳсѳн дәрестә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары ҡулланам.

1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрованың Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу (методик ҡулланмаһы).

2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыуҙың эффектив формалары, метод һәм алымдарын асыу һәм практикаға индереү. Ғилми-ғәмәли конференция материалдары.

3. Башҡортостан уҡытыусыһы журналының 2009 йыл №9 һанында Аҙнағолов Р.Ғ. Белем биреүҙә яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу тигән эштәрен уҡытҡанда һуң башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған технологияларҙың иң билдәлеләре түбәндәгеләр тип алдым:

4. Проблемалы уҡытыу (уҡытыусы етәкселегендә проблемалы ситуация булдырыла, уны сисеү юлдарын табырға тәҡдим ителә. Бер үк күренеште тѳрлѳсә хәл итеү юлдары билдәләнә. Уҡыусылар яңы белем үҙләштерә).

5. А.С.Границкаяның адаптив системаһы (тѳп иғтибар уҡыусыларҙың үҙ аллы эшенә, индивидуалләштереүгә йүнәлтелә.)

6. Хеҙмәттәшлек технологияһы (уҡыусы менән уҡытыусы бергә эшләүе күҙ уңында тора.)

7. В.Ф.Шаталовтың терәк схемалар системаһы (материал блоклап ѳйрәнелә. Уны үҙләштергәндә терәк схемаларға, терәк конспекттарға таяныу.)

8. Белем биреүҙә проектлау технологияһы (эштең этаптарын алдан планлаштырып, шуға ярашлы тикшереү алып барыу.)

9. Компьютер технологияһы (дәрестә компьютер мѳмкинселектәрен киң файҙаланыу.)

10. Л.В.Занковтың үҫтереү уҡытыу системаһы (уҡытыусы һәр дәрестә уҡыусының дѳйѳм үҫешен маҡсат итеп ҡуя, хис-тойғоларға мѳрәжәғәт итә).

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу әһәмиәте.

  1. Уҡыусыларҙың уҡыуға, белем алыуға ҡыҙыҡһыныуы арта.
  2. Тема еңел үҙләштерелә, уларҙың эшмәкәрлеге, әүҙемлеге юғары кимәлдә була.
  3. Фекер йѳрѳтѳргә, һығымта яһарға ѳйрәнәләр.
  4. Үҙ аллы эшләү һәләте арта.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптә информацион технологияларҙы ҡулланыу әүҙемләште. Хәҙерге заманда белем биреүҙә компьютер - аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы. Тик уны урынлы һәм дѳрѳҫ файҙалана белергә кәрәк.

Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш тѳрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы теманы аңлатҡанда компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, тѳрлѳ фото, портреттар, күргәҙмә әсбаптар күрһәтергә мѳмкин. Компьютер һәм мультимедиа системаларын ҡулланыу уҡыусыларҙың үҙ аллы уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, уҡыуға мотивация үҫешә.

Компьютерҙы дәрестә ѳс тѳрлѳ файҙаланып була:

  1. демонстратив планда (тѳрлѳ күргәҙмә әсбаптарҙы проектор аша экрандан бѳтә класҡа күрһәтеү.)
  2. Компьютерҙы индивидуаль рәүештә ҡулланыу.
  3. Интерактив таҡтаны файҙаланыу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәреүгә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде ѳйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята.

Проектлау технологияһы. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм тѳрлѳ күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Проектлау технологияһын ҡулланыр алдынан уларҙың тѳрҙәрен асыҡлайыҡ:

  1. Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуация уйлап сығара. Сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла.
  2. Эҙләнеү проекты. Фәнни-тикшеренеү эшенең бер тѳрѳ ул.
  3. Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һѳҙѳмтәне яҡлау этаптарынан тора.
  4. Информацион проект. Ул мәғлүмәт менән бәйле. Уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һѳҙѳмтәһе гәзит, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла.
  5. Логик - мәғәнәүи модель (ЛММ). Унда информация схема ярҙамында тәҡдим ителә.

Проект методы уҡыусының ихтыяр кѳсѳн, ижади мѳмкинселектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, үҙ эшенә баһа бирергә ѳйрәтә.

А.С.Границкаяның адаптив системаһы аңлайышлыҡ принцибына ҡоролған. Уҡытыла торған материал яраҡлаштырылып алына. Уҡыусылар дәрестә үҙ аллы эшләргә, фекер йѳрѳтѳргә, һѳйләргә, иптәшен иғтибар менән тыңларға һәм уға баһа бирергә тиҙ арала ѳйрәнәләр.

Әлеге ваҡытта төркөмләп эшләү беҙҙең өсөн бик уңайлы. Уның асылы кластағы уҡыусыларҙы 3-4 төркөмгә бүлеп үҙ аллы эш биреү.

Мәҫәлән, Р.Ғариповтың «Аманат» ҡобайырының эстәлеге өҫтөндә эшләгәндә класс балаларын 4 төркөмгә бүләм.

  1. Тел һәм ирек
  2. Ил һәм тел
  3. Тел һәм әсә (инә)
  4. Тел һәм киләсәк

Бергәләп, берҙәм эшләп яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшәбеҙ.

Яҙма эштәр ваҡытында уҡыусының үҙ аллы эшләүенә өлгәшеү өсөн, динамик һәм вариатив парҙар менән эшләү алымдарын ҡулланам. Парҙар эшләгән ваҡытта, йомшаҡ белеүсе балалар менән эшләргә ваҡыт ҡала.

Парҙар менән эшләү алымын һәр дәрестә ҡулланырға була. Сөнки парҙар йәнәш ултыра (теләгән парҙы үҙе һайлай). Эште балаларҙың мөмкинлеген иҫәпкә алып эш итеп - төрләндерәм.

Динамик парҙар менән эшләү ҡабатлау дәрестәрендә ҡулланыу отошло. Был осраҡта 4 айырым карточкалар әҙерләйем. Һәр уҡыусы үҙенең эшен башҡа 3 иптәшенә аңлата, бер-береһе менән әңгәмәләшә.

Вариатив парҙар менән эшләгәндә һәр уҡыусы үҙ карточкаһы килгәнсе эшләй. Әҙерлек кимәле һәм физик үҙенсәлектәре буйынса уҡыусыларҙың эште башҡарыу темптары төрлөсә була. Парҙар менән эшләгәндәуҡыусыларҙың мөмкинселектәре бер кимәлдә була.

Быға өлгәшеү маҡсатында мин яраҡлашыусы уҡытыу системаһының күп баҫҡыслы эш алымын ҡулланам. Мәҫәлән, өс баҫҡыслы эш.

  • 1-се - мотлаҡ үтәлергә тейешле эш тора
  • 2-се - өҫтәлмә эш
  • 3-сө - ижади эш төрө

Эштәргә бер төрлө ваҡыт бүленә, 3 баһа ҡуйыла.

Алдан эшләп бөткән бала иптәштәрен тикшерә.

Әҙәбиәт дәрестәренә, әҫәрҙең йөкмәткеһе өҫтөндә эш алып барғанда, өй эше тикшергәндә ҡулланам. Мәҫәлән,

  1. Һорауға яуап биреү - "3" билдәһе
  2. Һорауға яуап биреү һәм план төҙөү - "4" билдәһе

Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү - "5" билдәһен ҡуям.

Дәрестең йомғаҡлау этабында «синквейн» яҙырға яратабыҙ.

Синквейн - француз һүҙе «биш» тигәнде аңлата.

Биш юлдан торған шиғыр.

  1. Теманы асыҡлаусы бер исем.
  2. Предметты баһалаусы ике сифат.
  3. Предметҡа хас булған өс ҡылым.
  4. Теманың эстәлеген асыусы фраза.
  5. Уҡыусының темаға ҡарата үҙ фекерен сағылдырыусы, һығымта яһаусы исем (резюме).

Ул дәрестә яҡшы атмосфера булдырыуға, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Был алымдар уҡыусыны үҙен шәхес итеп тойорға ярҙам итә, уға үҙ һәләтен күрһәтергә мөмкинлек бирә. Үҙенең уҡыу, белем кимәленә үҙе баһа бирә. Уҡыусыларҙа ғәҙеллек, бер-береһенә ярҙам итеү, дуҫлыҡ, тәрбиәләй.

Ошолай бер үк ваҡытта ябай һәм ҡатмарлы алымдар менән эшләү уҡыусыға үҙен шәхес итеп тойорға ярҙам итә, уға үҙ һәләтен күрһәтергә мөмкинлек бирә.

Йомғаҡлау

Һәр уҡыусы - ҡабатланмаҫ ижади шәхес. Халҡыбыҙҙың традицияларына тоғро ҡалып. Тәрән фекерле, йор һүҙле, зирәк аҡыллы быуын үҫтерергә бурыслыбыҙ. Ошондай шиғыр юлдар менән сығышымды тамамлар инем:

*Мин ҡайҙа?* тип аҙашып йөрөмәгән, ә *Үҙем һәм халҡым* тейеп, үҙен *Гөлдәр баҡсаһында*лай хис иткән рухлы, илен һәм телен ҡәҙерләгән бала тәрбиәләү уҡытыусының бурысы. * Рух яҙыуы*н күңелдәрендә йөрөткән. * Мин - башҡорт!* тип ғорурлыҡ хисе менән үҙен таныштырырға. *Ҡытайгород*тар түгел, ә башҡорт ҡалаларында һәм ауылдарында йондоҙ булып балҡырҙай шәхестәргә йүнәлеш биреү мөһим. Шуның өсөн туған тел һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы *Һайлап алған яҙмыш*ына зарланмай. *Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?* тейеп икеләнеберәк торған балаларҙы ваҡытында күреп ҡалып, үҙ ерҙәрендә*. *Кәмһетелгәндәр* булып ҡалмаһындар өсөн. *Яҡтыға* ҡарай юл күрһәтергә тейеш. Килер быуын күп һанлы. *Ҡапҡалар*ҙы аса алырлыҡ. *Республикабыҙ иртәһе*н тик алһыу таңдарҙа атыуын тәьмин итерлек. *Кем өсөн?* тип түгел, ә *Халҡым өсөн* девизын байраҡ итеп күтәргән. Юлында осраған *Өйөрмә*ләрҙә аҙашмаҫлыҡ булһын өсөн. Уҡытыусы *Башҡорттарым, уҡыу кәрәк* һүҙенә өҫтәп. *Башҡорт моңон* күңеленә һеңдерә алһа, хәтәр *Боролош*тарҙа ла уның тәрбиәләүселәре юғалып ҡалмаясаҡ. Ундай быуынға *Барып етһен ине хаттарым*. *Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ* тигән теләк менән мөрәжәғәт итеүе лә урынһыҙ булыр ине. *Ғүмер бер генә*, шуға ла ата-бабаларыбыҙҙың *Аманат*ына хыянат итмәй. *Тылсымлы ҡурай* моңдары аша *Әйҙә, милләт* тигән өндәмә менән сығып, балала телде өйрәнеүгә ынтылыш уятып, республикабыҙға кәрәкле шәхестәр итеп тәрбиәләү минең төп бурысым.

Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу (методик ҡулланма) Ѳфѳ НМЦ "Педкнига" 2018 - 204 бит.
  2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың эффектив формалары, метод һәм алымдарын асыу һәм практикаға индереү. Ғилми-ғәмәли конференция материалдары Ѳфѳ,18.05.2017 йыл.
  3. Башҡортостан уҡытыусыһы 2019 й. №9. Аҙнағолов Р.Ғ. Белем биреүҙә яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу.