“Мустай Карим – наша гордость”, внеклассное мероприятие, посвящённое к 100-летию народного поэта Республики Башкортостан

Разделы: Литература


Маҡсат:

- Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнау;

- Шағирҙың шиғырҙары аша тыуған еребеҙгә ихтирам үҫтереү;

- Йәш быуында шағир ижадына һөйөү тәрбиәләү;

Йыһаҙландырыу: компьютер, презентация

Уҡытыусы. Мостай… Мостай Кәрим… был исемде күптән инде яратып, үҙ итеп әйтергә өйрәнгәнбеҙ. Халҡыбыҙҙың, еребеҙҙең лайыҡлы улы- Мостай… Хәҙер инде әҫәрҙәре сит илдәрҙә лә юғары баһа алған атаҡлы әҙип.

1-се алып барыусы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады- башҡорт әҙәбиәтенең үҫешен сағылдырған һәм милли художество ҡаҙаныштары кимәлен билдәләшкән юғары һүҙ сәнғәте ул.

2-се алып барыусы

Егерменсе быуатты оҙатып, яңы мең йыллыҡты ҡаршылағанда Мостай аға ватандаштарына ошолай тип өндәшкәйне:

Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп - түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған ҡояш ҡалдырам.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен.
Ер һәм ҡояш, ут йәнә һыу булғас,
Үҙегеҙ хәстәрләгеҙ бүтәнен.
Бына шуға өмөт итәмен.

1-се алып барыусы Мостай Кәримдең халҡыбыҙға ҡалдырған иң ҙур хазинаһы - уның ижады, ил хәстәренән, тарих биттәренән юйылмаҫлыҡ, алдағы быуаттарға үтерлек итеп әйткән аҡыл эйәһенең хикмәтле һүҙе, уның шиғырҙары.

Уҡытыусы Мостай Кәрим тыуып тыуып үҫкән Келәш ауылы Өфөнән утыҙ саҡрым үрҙә. Дим йылғаһының түбәнге ағымында урынлашған. Урман, яландары Дим туғайлыҡтары менән тоташҡан тәбиғәте матур төбәк ул. Ул бик ишле ғаиләлә, Оло инәһе тәрбиәһендә, инсафлы бала булып үҫә.

Ҡыҙ:

Тыуған ерем, һөйгән йәрем!
Кисер һиндә гел тормайым.
Елдәй еләм, һыуҙай ағам,
Ер- йомғаҡҡа юл сырмайым.
Сөнки минең күҙҙәремдә
Яна… яна һинең уттар.
Гөрләй минең күкрәгемдә,
Гөрләй һинең шарлауыҡтар.
Тамырға- дым, япраҡҡа нур,
Һин- илһамым, һин- көс- дәртем,
Һинән башҡа мин- бисара,
Башҡортостан, һөйгән ерем!
Йыр башҡарыла «Башҡортостан-тыуған ерем!”

2-се алып барыусы Тыуған ауылында тулы булмаған мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937-1941 йылдарҙа ул – башкорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.

1-се алып барыусы Мостай аға 1935-1936 йылдарҙа яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары” Йәш төҙөүсе” газетаһында баҫыла башлай.

Уҡытыусы Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронтта була.

Фронтҡа китерҙән алда яҙылған “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” тигән шиғыры иңгә шинель һалған солдаттарҙың ил алдындағы поэтик анты булып яңғыраны.

Бала:

Эйәрләне атай, ялын үреп,
Аҡбүҙ аттың ярһыу, ап- ағын,
Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының
Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн-
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

1-се алып барыусы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында сыҡҡан бер китабын Мостай Кәрим “Минең атым” тип атаны. Фронтта яҙылған был шиғырҙарының байтағында шағир әлегә һыбайлы һалдаттың яу ҡырындағы батырлығын, физик һәм рухи көсөн һүрәтләүгә ҙур урын бирҙе.

Бала: “Минең атым шиғыры” яттан уҡыла.

2-се алып барыусы Һуғыштан һуң сыҡҡан китабын ул “Ҡайтыу” тип атаны.(1947) Шағирҙың тыуған ергә, һөйгән йәргә, доньға именлек, күңелдәргә шатлыҡ ҡайтыуын да ҡыуанып аңлатҡан шиғри йыйынтығы ине ул.

Уҡытыусы. Мостай Кәримдең илленсе йылдарҙа ижад иткән иң гүзәл әҫәрҙәренең береһе - “Европа – Азия“ исемле шиғырҙар циклы. Унда Тыуған яҡ, Тыуған республика, Тыуған образдары бөтә лирик күркәмлеге менән тасуирлана.

Бөйөк шағир, прозаик, драматург Мостай Кәрим күренекле дәүләт, йәмәғәт эшмәкәре булып танылды, оҙаҡ йылдар Юғары Совет депутаты булды. Уның халыҡ менән бәйләнеше һүрелмәне, киреһенсә, көсәйә генә барҙы.

Йомғаҡлау Мостай Кәрим - күп яҡлы талант. Ул поэзия, драматургия, проза, публицистика өлкәһендә үҙенең берҙәй тип әйтерлек һәләтлелеген танытты. Шулай уҡ ул тормошто, әҙәбиәтте тәрән белгән зауыҡлы аҡыл эйәһе икәнлеген дә раҫланы. Бөгөнгө шиғриәт байрамы тамам. Һау булығыҙ.